-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2021, 11:05

Ир-егеттәр ҡоро үтә

16 апрелдә “Торатау” конгресс-холында I Башҡортостан ир-егеттәре форумы үтә. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров хәбәр итте.

16 апрелдә “Торатау” конгресс-холында I Башҡортостан ир-егеттәре форумы үтә. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров хәбәр итте.
Сараны Башҡортостандың “Ир-егеттәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштора. Ойошма былтыр барлыҡҡа килгән, әммә пандемия арҡаһында тулы көсөнә эшләй алмаған. Форум республика Башлығы Хакимиәте ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Унда йәмәғәт активистары, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр һәм республиканың төрлө район-ҡалаларынан алдынғы ҡарашлы ир-егеттәрҙең ҡатнашыуы көтөлә.
Форумдың төп маҡсаты – Ир-егеттәр ҡороноң эшмәкәрлеген ҡеүәтләү, ойошманың үҫеш йүнәлештәрен билдәләү. Форум барышында әүҙем, өлгөлө һәм лайыҡлы ир-егеттәргә “Ил терәге” исемле йәмәғәт наградаһын тапшырыу ҡаралған. Был награда менән ир-егеттең, айырыуса атай кешенең йәмғиәттәге социаль статусын күтәреү бурысы ҡуйылған. Форум республика төбәктәрендә ир-егеттәр ҡоро эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә булышлыҡ итер, тигән ышаныс белдерә ойоштороусылар.
Читайте нас в