1 апрелдән, ғәҙәттәге ваҡыттан ике ай һуңлап, бөтә ил буйынса балаларҙы мәктәптәргә яҙыу башлана. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы көнүҙәк һорауҙарға яуап бирә:
Баланы мәктәпкә нисә йәштән бирергә була?
Беренсе класҡа медицина буйынса тыйыуҙары булмаған алты йәш ярымдан алып һигеҙ йәшкә тиклемге кескәйҙәр бара ала. Һеҙ баланы саҡ ҡына иртәрәк йәки һуңыраҡ та ебәрә алаһығыҙ, әммә бының өсөн район хакимиәтенең мәғариф идаралығынан рөхсәт кәрәк.
Ниндәй мәктәпкә ҡарағанығыҙҙы нисек белергә?
Йортоғоҙҙан йыраҡ түгел бер нисә мәктәп булырға мөмкин. Һеҙ теләгәнегеҙҙе һайлай алаһығыҙ, әммә балағыҙҙы тәү сиратта йортоғоҙға беркетелгән мәктәпкә аласаҡтар. Ҡалғандарына – буш урын булғанда ғына. Федераль ҡануниәттә шулай билдәләнгән.
Прописка буйынса һәм төрлө ташламаға хоҡуҡлыларҙан ғаризалар ҡабул итеү 2021 йылдың 1 апреленән башлана, 2021 йылдың 30 июнендә тамамлана. Ҡалған ата-әсәләрҙән - 5 июлдән 5 сентябргә саҡлы.
Беренсе класҡа ҡабул ителгән балалар исемлеге түбәндәге принцип буйынса эшләнә: тәүҙә өҫтөнлөккә эйә булған балалар (был мәктәптә элегерәк уҡый башлағандарҙың туғандары), артабан – ташламаға хоҡуҡлылар, шунан һуң йәшәү урыны буйынса. Быға саҡлы һеҙҙе мәктәпкә тейешле документтар пакеты менән саҡырасаҡтар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә үҙе теләгән мәктәпкә эләгә алмаған осраҡтар ҙа була. Ундай саҡта ата-әсә үҙ муниципалитетының мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итә ала. Теләһә ниндәй осраҡта ла мәктәпкә төп нөсхәләге документтар менән шәхсән үҙегеҙгә килергә кәрәк.
Мәктәпкә алғанда кемдәргә льготалар бирелә?
Интернат булған мәктәптәргә прокуратура, суд, тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәренең балалары сираттан тыш йүнәлтмә ала.
Интернатһыҙ мәктәптәргә хәрбиҙәрҙең һәм полиция хеҙмәткәре булмаған эске эштәр органдарында эшләүселәрҙең балалары сиратһыҙ алына.
Әгәр ҙә мәктәптә буласаҡ беренсе класс уҡыусыһының ағаһы йәки апаһы уҡый икән, улар бында тәү сиратта ҡабул ителә.