+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2021, 18:40

Владимир Путин заманса кампустар төҙөргә ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 – 2030 йылдарҙа Рәсәй вуздарында заманса кампустар селтәрен ойоштроуҙы тәьмин итергә ҡушты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 – 2030 йылдарҙа Рәсәй вуздарында заманса кампустар селтәрен ойоштороуҙы тәьмин итергә ҡушты.
“РФ Хөкүмәтенә 2022 – 2030 йылдарҙа Рәсәйҙең өҫтөнлөклө һәм сик буйы геостратегик биләмәләренә ҡараған айырым төбәктәрендә юғары белем биреүсе мәғариф ойошмаларының заманса кампустары селтәрен төҙөүҙе тәьмин итергә һәм 2022 йылдың 1 декабренә тиклем ошондай кампустар булдырыу, шулай уҡ юғары белем биреүсе ғәмәлдәге мәғариф ойошмалары объекттарын капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау буйынса кәмендә өс проектты тормошҡа ашыра башларға”, – тиелә күрһәтмәләр тексында.
Бынан тыш, Президент Хөкүмәткә студенттарҙың төҙөлөш отрядтарын һәм Рәсәй вуздарында архитектура, төҙөлөш һәм реставрация программалары буйынса белем алған йәштәрҙе кампустар төҙөлөшөнә йәлеп итергә ҡушты.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда был өлкәлә әүҙем эш алып барыла. Республикала төҙөлгән донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге сиктәрендә вуз-ара студент кампусы ойоштороу күҙаллана. Биш мең кешегә иҫәпләнгән объектты Өфөнөң Дим районында урынлаштырыу ҡарала. Объект студенттар, уҡытыусылар һәм йәш ғалимдар өсөн дөйөм ятаҡты, тикшеренеүҙәр корпусын, лабораторияларҙы, тәжрибә полигонын, технопаркты, спорт һәм медицина корпустарын үҙ эсенә аласаҡ.
Читайте нас: