+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 10:50

Һуғыш йылы балалары тураһында закон әҙерләнә

Бындай закон проекты Башҡортостан парламентына индерелде. "Берҙәм Рәсәй" партияһы депутаттары был статусҡа тап килгән граждандар категорияһына айырым статус бирергә һәм тейешенсә ярҙам саралары күрһәтергә тәҡдим итә.

Бындай закон проекты Башҡортостан парламентына индерелде. "Берҙәм Рәсәй" партияһы депутаттары был статусҡа тап килгән граждандар категорияһына айырым статус бирергә һәм тейешенсә ярҙам саралары күрһәтергә тәҡдим итә.
"Был – тарихи ғәҙеллек күҙлегенән аҡланған мөһим аҙым, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға, тыл эшсәндәренә дәүләт ҙур иғтибар бирә. Әммә һуғыш һәм унан һуңғы йылдар михнәте балалар иңенә лә төшә. Өлкәндәр менән бер рәттән улар ҙа госпиталдәрҙә яралыларҙы хәстәрләй, заводта, ауыл хужалығында эшләй, һуғыштан һуң илде тергеҙә, дәүләттең артабанғы именлегенә нигеҙ һала. Һуғыш балаларына махсус статус биреү, уларға социаль ярҙам күрһәтеү – был кешеләрҙең илебеҙҙе үҫтереүгә индергән тос өлөшөн таныу ул. Башҡортостанда ошондай 189 мең кеше иҫәпләнә".
Закон проекты авторҙарының береһе Римма Үтәшева проектты әҙерләүҙең бик тә ваҡытлы булыуы тураһында әйтте.
"Беҙҙеңсә, закон проектын ҡабул итеүҙе оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, айырыуса һуғыш балаларының өлкән йәштә булыуын, улар өсөн һәр көндөң мөһимлеген иҫәпкә алғанда, – тине Римма Үтәшева. – Республикала даими йәшәгән, 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандарҙы һуғыш балалары тип иҫәпләргә тәҡдим итәбеҙ. Уларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе билдәләргә, дәүләт гарантиялары программаһы буйынса медицина хеҙмәттәренән сиратһыҙ файҙаланыу, стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына юлламаны сираттан тыш алыу хоҡуғын бирергә тәҡдим итәбеҙ".
Закон проекты авторҙары, закон ҡабул ителгән осраҡта, уны тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымды республика бюджетынан финанслау тәҡдимен индерә. Шул уҡ ваҡытта һуғыш балалары өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү республика Башлығы Указы менән билдәләнә, тип күҙаллана.
Читайте нас: