Улар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Юлыҡ ауылында тыуып-үҫеп, бөгөнгө көндә "Яңылыҡтар" хеҙмәте алып барыусыһы булып эшләүсе Фәрүәз Фәрғәт улы Урманшинға “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Билдәле композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Мөхәмәтхәй улы Ғимранов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Уларҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Ижади уңыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!