+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2021, 11:50

Ҡарҙы ваҡытында таҙартырға

Районда ҡыйыҡ баштарынан ҡар, боҙбармаҡтар төшөп, бәлә-ҡаза осраҡтары булмаһын өсөн, муниципаль район хакимиәте ҡарар ҡабул итте.

Уға ярашлы, шәхси һәм күп фатирлы йорттар милекселәре, сауҙа, күңел асыу биналары, ҡаралтылары хужалары, шәхси эшҡыуарҙар ҡыйыҡтарҙа күпләп боҙ, ҡар йыйылыуын тиҙ асыҡлап, бөтөрөү сараһын күрергә; ҡыйыҡтарҙы таҙартыуға, конструкцияларҙың ныҡлығын контролдә тотоуға яуаплы кешеләр билдәләргә; эштәрҙе хәүефһеҙлек техникаһы талаптарына ярашлы башҡарырға; ҡапыл таҙартып булмаған осраҡта иҫкәртеү билдәләре ҡуйып, уратып алырға.
Читайте нас: