+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2021, 12:35

“Ансат” 25 осош яһаған

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикала санитар авиация үҫеше дауам итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикала санитар авиация үҫеше дауам итә.
2021 йылдың 3 айында республикала медицина модулле “Ансат” вертолеты 25 осош яһап өлгөргән. Уның бортындағы медицина ҡорамалдары йыйылмаһы заманса донъя кимәлендәге стандарттарға тап килә. Быйыл бөтәһе 84 осош ҡаралған. Был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 85 миллион һум бүленгән.
Ашҡортостанда 2021 йылда бер нисә муниципалитетта вертолетты ултыртыу майҙансыҡтары булдырыласаҡ. Өфөлә перинаталь үҙәктә һәм БГМУ клиникаһы янында вертолет майҙаныҡтары бар. ҡалған райондарҙа район дауханалары янында ҡулайлаштырылған майҙансыҡтар, ә Белоретта яңы вертолет майҙансығы бар.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты 2019 йылдың ғинуарынан тормошҡа ашырыла һәм үҙ эсенә һигеҙ федераль проектты ала.
Читайте нас: