29 марттан 2 апрелгә тиклем республикала граждандарҙың хәрби хеҙмәткә, хәрби саҡырылышты ойоштороуға һәм үткәреүгә әҙерлеген тикшереү бара. Рәсәй Федерацияһының Оборона, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф, Спорт министрлыҡтары, Рәсәй Хәрби Көстәре Баш хәрби-сәйәси идаралығы вәкилдәре төбәктең граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләүҙә ҡатнашҡан ойошмалары эшен тикшерә.
29 мартта Башҡортостан Хөкүмәтендә былтыр республиканың ошо йүнәлештәге эшенең төп һөҙөмтәләре ҡаралды. Илдең Хәрби Көстәр Генераль штабы Баш ойоштороу-мобилизация идараһы начальнигының беренсе урынбаҫары, Рәсәй Геройы, генерал-лейтенант Дмитрий Касперович билдәләүенсә, Башҡортостан илдә граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса алдынғы урындарҙы биләй.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов әйтеүенсә, республикала йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса киң һәм системалы эш алып барыла. Һөнәри белем биреү системаһында ла быға ҙур иғтибар бүленә. Кадеттарҙы әҙерләү индерелә. Башҡортостанда Волга буйы федераль округы кадет корпусы, беренсе осоу әҙерлеге булған мәктәп-интернат, өс кадет мәктәбе, кадет ротаһы, 141 класы, хәрби эште тәрән өйрәнгән, тағы имен булмаған ғаиләләрҙән йәлеп ителгән һәм башҡа балаларҙан торған 15 класс бар.
Ирек Сәғитов әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда саҡырылышҡа тиклемге һәм саҡырылыш йәштәрен сәләмәтләндереү саралары сифаты күпкә яҡшыртылды. Республикала ГТО комплексын тормошҡа ашырыу өсөн Төбәк үҙәге һәм Башҡортостан муниципалитеттарында 68 ГТО тест эшләү үҙәге барлыҡҡа килде. Былтыр ғына 26 меңдән ашыу йәш кеше ГТО комплексы нормативтарын үтәп, отличие билдәһе алды.
Фото: республика Хөкүмәте.