-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2021, 13:05

Янғында кеше һәләк булды

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртә таңда Баҡраҡ ауылында янғын сыға.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртә таңда Баҡраҡ ауылында янғын сыға.
Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр килеп еткәндә, ут йортто тулыһынса ялмап алған була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре 62 йәшлек ирҙең кәүҙәһенә юлыға. Әле осраҡ буйынса тикшереү бара, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, республикала бөтәһе 1474 янғын сығыу осрағы теркәлгән, утта 78 кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән өс бала һәләк булған. Шулай уҡ 61 кеше төрлө дәрәжәләге тән бешеүе алған.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: электр мейесен йәиһә йылытыу приборҙарын ҡулланғанда, уны төнгөлөккә эшләгән килеш ҡалдырмағыҙ. Йортоғоҙға янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын ҡуйҙыртыу ҙа мотлаҡ. Ут менән һаҡ эш итегеҙ!
Башинформ мәғлүмәттәренән.
Читайте нас: