+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2021, 09:15

Өфөнән Көнсығыш сығыу юлында тоннель һалынды

Көнсығыш сығыу юлы төҙөүселәре тау аҫтынан тоннель һалды һәм иң ҡатмарлы эштәрҙең береһен тамамланы. Тоннелдең оҙонлоғо – 1 276 метр, максималь тәрәнлеге – 63 метр.

Көнсығыш сығыу юлы төҙөүселәре тау аҫтынан тоннель һалды һәм иң ҡатмарлы эштәрҙең береһен тамамланы. Тоннелдең оҙонлоғо – 1 276 метр, максималь тәрәнлеге – 63 метр.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Федераль юл агентлығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Роман Новиков Волга буйы федераль округындағы иң ҙур инфраструктура проекттарының береһен төҙөү урынында булды.
Әлеге ваҡытта бында меңдән ашыу кеше эшләй, 124 берәмек төҙөлөш техникаһы һәм ҡорамал йәлеп ителгән. Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн яңынан башлағандан алып 3,3 миллиард һум үҙләштерелгән.
Роман Новиков һүҙҙәренсә, Өфөнән Көнсығыш юлының әһәмиәте бик ҙур.
Концессия килешеүен ҡабаттан ҡарау һәм оптималләштереү һөҙөмтәһендә лә Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн яңынан башлап ебәрергә мөмкин булды, тип билдәләне Радий Хәбиров. Концессия договорына өҫтәмә килешеү республика бюджетына йөкләмәне 30 миллиард һумға кәметте.
Көнсығыш сығыу юлында төҙөлөш эше 2020 йылдың ғинуарында тергеҙелде. Объекттың генераль подрядсыһы – Төркиәнең «Лимакмаращавтодороги» компанияһы».
Башинформ.
Читайте нас: