+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 16:05

Атайҙарға - награда

Башҡортостанда «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсына ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Проектты ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы.

«Атай ҡаһарманлығы» наградаһы бала тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыу өсөн шарттар булдырған, райондың, республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы дәртләндереү һәм уларҙың хеҙмәтен таныу өсөн булдырылған. Ҡатнашыусыларға 15 апрелгә тиклем награда материалдарын «Атай ҡаһарманлығы» билдәһе менән [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(347) 280-82-36 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: