Уны Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм “Шоңҡар” йәштәр журналы ойоштора. Журналдың март һанында конкурстың положениеһы һәм тәүге ҡатнашыусыларҙың эштәре баҫылған. Фонд директоры Әлфиә Кәримова әйтеүенсә, фонд башҡорт теле үҫешенә һәм һаҡлауға үҙ өлөшөн индереүсе йәштәргә ярҙам күрһәтә.