Улар араһында район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов та бар ине.
Вакцинация вирустан һаҡланыу мөмкинлеге генә түгел, һәр кемдең гражданлыҡ бурысы ла. Сөнки прививка эшләтеү – үҙеңде лә, тирә-яҡтағыларҙы ла һаҡлау сараһы ул, - тип билдәләне Фәнзил Фәйез улы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, вакцинация – һәр кемдең үҙ иркендә. Прививка эшләтергә теләге булғандарҙы терапевт ҡарай – тән температураһын, сатурацияны, ҡан баҫымын үлсәй. Пациенттар махсус анкета тултыра, шунан һуң ғына прививка эшләргәме-юҡмы икәнлеге тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Вакцинация үтеү өсөн Красноусол үҙәк район дауаханаһының 201-се кабинетына көн һайын иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем (13.00 – 14.00 – төшкө ял) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Мәғлүмәт өсөн телефон: 8905-351-36-85.