+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 16:15

Ышаныс телефоны эшләй

Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар өсөн 2010 йылдан 8-800-2000-122 ышаныс телефоны эшләй. Был проект балалар психологик ярҙам алһын өсөн ғәмәлгә ашырыла.

Балалар ышаныс телефоны хеҙмәте бушлай, тәүлек әйләнәһенә һәм ялһыҙ эшләй. Номерға балалар проблемаһы менән өлкәндәргә лә шылтыратырға мөмкин. Йыл һайын хеҙмәт 20 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итә, шуларҙың 70-80 % - балалар һәм үҫмерҙәр. Төрлө йәштәге балаларҙы борсоған төп проблема ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәргә, тиҫтерҙәре, уҡытыусылар менән мөнәсәбәттәрҙә килеп тыуған ауырлыҡтарға, уҡыу программаларының ныҡ ауыр булыуына, уҡытыусыларҙың артыҡ талаптар ҡуйыуына, шулай уҡ ҡаршы енес вәкилдәре менән мөнәсәбәттәрҙәге проблемаларға бәйле.
Читайте нас: