Уҙғарыу урыны – партияның төбәк башҡарма комитеты майҙансығы, сығыштарҙы онлайн форматта күҙәтергә мөмкин. Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттарҙы һайлап алыу өсөн «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреүен уҙғарыу буйынса төбәк ойоштороу комитеты ултырышында ошо турала ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ алып барыусылар итеп тележурналистарҙы саҡырырға тигән тәҡдим яңғыраны. Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусы дебаттарға теркәлеү өсөн
[email protected] электрон адресына
ғариза ебәрергә тейеш.