+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2021, 16:30

Сауҙа нөктәләрендә рейдтар үтә

Район сауҙа үҙәктәрендә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү, битлек режимы һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Юғары әҙерлек тураһындағы указына ярашлы башҡа талаптарҙың үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар үтә.

Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге хеҙмәткәрҙәре район үҙәгенең сауҙа нөктәләрендә һәм дарыуханаларында булып, санитар-эпидемиологик торошто барланы. Рейд үткән бөтә объекттарҙа ла һатып алыусылар өсөн санитайзерҙар, профилактик саралар, социаль арауыҡ тураһында мәғлүмәт, тейешле журналдар булыуы асыҡланған.
Етешһеҙлектәрҙән социаль арауыҡты күрһәтеүсе һыҙыҡтарҙың юйылыуы, халыҡтың үҙ-ара дистанция һаҡламауы күҙәтелгән. Уларҙы бөтөрөү ваҡыты билдәләнгән. Шулай уҡ сауҙа хеҙмәткәрҙәренә һәм етәкселәргә өмәләр үтәсәге тураһында мәғлүмәт еткерелгән.
Читайте нас: