+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2021, 10:33

Ташламалы хаҡҡа яҙыл һәм бүләк от!

5 апрелдән 15-нә тиклем гәзит-журналдарға яҙылыуҙың ташламалы осоро бара.

Матбуғатҡа яҙылыу барышында “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто быйыл да “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” республика акцияһы иғлан итә. Ике баҫмаға яҙылып (уларҙың береһе “Табын” гәзите булыуы мөмкин!) квитанцияларҙы Нәшриәт йортона ебәреүселәр араһында телевизор, ноутбук, мотоблок, триммер, велосипед уйнатыла. Еңеүселәрҙе билдәләү тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында 27 июлдә үтә.
Квитанцияларҙың күсермәһен, исем-фамилия, бәйләнеш өсөн телефон яҙылған заявканы 15 июлгә тиклем “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” билдәһе менән 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы,13 адресы буйынса “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортона (212-се кабинет) йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Йылдағыса “Табын” гәзите лә һеҙгә матур бүләктәр әҙерләй. Квитанцияғыҙҙың күсермәһен Красноусол ауылы, Фрунзе урамы,33 адресына ебәрегеҙ.
Иғтибар итегеҙ: бүләк отоштарында ҡатнашыу өсөн гәзит-журналдарға кәмендә алты айға яҙылыу мотлаҡ!
Шулай итеп, “Табын”ға ярты йылға яҙылыу 827 һум 88 тин, һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына – 758 һум 46 тин тора. Почта бүлексәләренән тыш, барлыҡ баҫмаларға ла “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортоноң https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайтында яҙылырға мөмкин.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!
Читайте нас: