-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 15:20

65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сыҡты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.
Рәсми документта билдәләнгәнсә, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла. Үҙгәрештәр кесаҙна ,15 апрелдән, үҙ көсөнә инергә тейеш.
Республика властары үрҙә әйтелгән граждандарға изоляция режимын үтәргә кәңәш бирә.
Читайте нас в