+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2021, 08:45

Милли кейем көнөнә арналған Ритайым Party байрамы үтә

16 апрелдә киске сәғәт 5-тә Салауат Юлаев майҙанында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөнә арналған Ритайым Party байрамы була.

16 апрелдә киске сәғәт 5-тә Салауат Юлаев майҙанында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөнә арналған Ритайым Party байрамы була. Байрам программаһында – Өфө артистарының һәм ижади коллективтарының сығышы, уйын-көлкө, тамашасылар ҙа концертта әүҙем ҡатнашырға мөмкин. «Сараның күп йыллыҡ тарихы бар, совет осоронда «пятачок» бик популяр ине, унда йыр-моң, төрлө уйындар гөрләп торҙо. Һеҙҙе халыҡ байрамында көтөп ҡалабыҙ», — ти ойоштороусылар. 2020 йылдан республикала Милли кейем көнө Радий Хәбировтың указына ярашлы уҙғарыла. Республика халыҡтарының милли кейеме көндәре йылына ике тапҡыр: апрелдең — өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла. Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто,
Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте. Социаль селтәрҙә лә Милли кейем көнөнә бағышланған акциялар үткәрелә.
Читайте нас: