+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2021, 15:30

"Медиайыйын" - Красноусолда ҙур йыйын

Бөгөн районыбыҙҙа, “Красноусол” шифаханаһында «Медиайыйын» республика милли киң мәғлүмәт саралары форумы үҙ эшен башланы. Форум, хәбәр итеүебеҙсә, республика халыҡтарының үҙенсәлеген һаҡлауҙың, йәмғиәттә татыулыҡты нығытыуҙың мөһим ҡоралы булған Башҡортостан халыҡтары телдәрендә сығып килгән баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларына ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә.

Ҙур сараға килеүселәрҙе төрлө милләт кейемдәрендәге ҡыҙ-егеттәр сәк-сәк, ҡымыҙ, ҡурай моңдары, дәртле бейеү менән ҡаршы алды. 16 апрель – Башҡортостанда милли кейем көнө булараҡ билдәләнгәнлектән, форумда ҡатнашыусылар ҙа үҙ милли асылын күрһәткән кейемдәрҙә ине.
Сараны асып, тәүҙә оло ҡунаҡтарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Владимирович Ульчев тәбрикләне. Э.Айытҡолова форумдың маҡсатын, бурыстарын барлан, матбуғат баҫмаларының баш мөхәррирҙәренә, журналистарға “Ал да, нур сәс халҡыңа!” миҙалдарын, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Төштән һуң форумды асыу сараһында милли матбуғатҡа ҡағылышлы һорауҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев һ.б. һөйләне, Мәскәү журналистары менән бар проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү үтте.
Читайте нас: