"Проблҽмаларҙы бҽләм. Уларҙы хәл итергә ярҙам итәсәкбеҙ. Тармаҡта эш хаҡтары артасаҡ, уның үҫешенә булышлыҡ итәсәк башҡа программалар тураһында ла уйларбыҙ," - тине Радий Фәрит улы.
Артабан республика Башлығы бер төркөм матбуғат хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары: "Халыҡтар дуҫлығы " ордены, Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамоталары, "БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре" исемдәрен тапшырҙы. Улар араһында "Табын"дың ижтимағи-сәйәси бүлек мөдире Индира Ишкина ла булыуы ҙур мәртәбә ине. Индира Айҙар ҡыҙына "Атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре" исеме бирелде. Ҡотлайбыҙ!
-4 °С
Болотло