+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2021, 17:15

Башланғысты ғалимдар ҙа хупланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса Башҡорт дәүләт университетының ғилми советы күпселек тауыш менән Өфө дәүләт авиация техник университеты менән берлектәге Ҙур университетҡа берләшеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Ҡатнашыусыларҙың 38-е – ыңғай, етәүһе ҡаршы тауыш бирҙе.Башҡортостан Башлығы һөйләүенсә, уны күп нәмә ошо вуз менән бәйләй.

«Йәшермәйем, һеҙгә үҙемә генә хас тойғо менән килдем. Сөнки Башҡорт дәүләт университетын тамамланым, оҙаҡ ваҡыт ошонда эшләнем. Ғүмеремдең шул осоро менән бәйле бөтә нәмә миңә бик ҡәҙерле, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан Башлығы вазифаһында эшләй башлағандан алып беҙ республика үҫешен төрлө яҡлап, шул иҫәптән юғары белемгә бәйле хәлде тикшерҙек. Әгәр илебеҙ һәм Волга буйы федераль округы картаһына ҡараһаҡ, беҙҙең эргәлә урынлашҡан күп кенә төбәктәрҙә ҡеүәтле федераль йәки милли тикшеренеү университеттарының булыуын күрербеҙ. Ә Башҡортостанда терәк вуз берәү генә – Өфө дәүләт нефть техник университеты. Йәғни ул ваҡытҡа, юғары белемде үҫтереү өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән саҡта, беҙ аутсайдерҙар иҫәбендә ҡалдыҡ», — тине ул.
Башҡортостан етәксеһе һүҙҙәренсә, донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге тигән федераль статус республикала юғары мәктәптең стратегик үҫешен тәьмин итергә бурыслы, шуға күрә «Өҫтөнлөк-2030» стратегик академик лидерлыҡ программаһында ҡатнашыу артабанғы аҙымыбыҙ булырға тейеш.
«Беҙ проектта ҡатнашыуҙың мөһим параметрҙарын тикшерҙек, Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Шунан һуң бөгөн республикала үҙ аллы эшләп килгән бер вуздың да программаға инеү өсөн бер ниндәй ҙә мөмкинлеге юҡ, тигән һығымтаға кидек. Университеттарҙы берләштереү берҙән-бер хәл итеү юлы булыуы мөмкин», — тине ул.
Башинформ.
Читайте нас: