+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2021, 16:15

Мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләргә 10 мең һум түләнә: Путин

Мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләргә быйыл август аҙағында һәр балаға 10 мең һум түләнә. Был сара беренсе класҡа барырға тейешле балаларға ла ҡағыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда ошо турала белдерҙе.

«Әсәй йәки атай кеше балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән, тыуыу тураһында таныҡлыҡта ата-әсәләрҙең береһе күрһәтелмәгән йә иһә ата-әсә айырылған ғаиләләргә айырым ярҙам күрһәтергә кәрәк. 1 июлдән тулы булмаған ғаиләлә үҫкән 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләү – ил буйынса уртаса 5600 һум тәғәйенләнә», — тине Владимир Путин.
Шулай уҡ Рәсәй Президенты бала көткән һәм матди ярҙамға мохтаж ҡатын-ҡыҙҙарға булышлыҡ күрһәтергә тәҡдим итте.
«Буласаҡ әсәнең дәүләт ярҙамын тойоуы, балаһын һаҡлап ҡалыуы бик мөһим. Йөклөлөктөң иртә срогында иҫәпкә торған һәм матди хәле ауыр булған ҡатын-ҡыҙҙарға ил буйынса уртаса 6350 һум күләмендә айлыҡ түләүҙе күҙ уңында тоторға тәҡдим итәм», — тине Путин.
Президент быйылдан 7 йәшкәсә баланы ҡарау буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы эш хаҡынан 100% күләмендә түләнергә тейешлеген дә билдәләне.
Читайте нас: