-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 14:35

Радик Юлъяҡшин үҙенең гонорарҙарын Ҡауарҙыла шишмә төҙөкләндереүгә тотонған

Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Атайсал” проектында ҡатнашыуын белдергән. Йырсы Ғафури районының Ҡауарҙы ауылындағы шишмәне төҙөкләндереүгә үҙенең өлөшөн индерергә теләй.

“Өфөлә тыуып үҫһәм дә, минең тағы ла бәләкәй тыуған илем бар, ул – Ҡауарҙы. Атай-әсәйем шул төйәктә тыуып үҫкән, уның хаҡында күңелемдә бик матур хәтирәләр йәшәй. Бала саҡтан каникулдарҙа өләсәйем эргәһендә ял итергә яраттым. Ә хәҙер шул ерҙе матурлауға һәм төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем,” - тип яҙа йырсы.
Йырсының һүҙҙәренә ҡарағанда, ул шишмә янында беседка яһау һәм тирә-яғын төҙөкләндереү өсөн төп сумманы индергән.
«Ҡауарҙы ауылындағы Шишмәне төҙөкләндереү» проекты ataisal.ru сайтында теркәлгән дә инде.
Ошо эштә теләгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин, йыйылған аҡса төҙөлөш материалдарын һатып алыуға йүнәлтелә.
Фото: Башинформ.
Читайте нас: