+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2021, 10:52

Яҙғы “имтихан”ды “5”-легә

Хужалыҡтарҙа техниканың техник торошон тикшереүҙең сираттағыһы 1 апрелдә “Восход” АП-һы ЯСЙ-енең - Родина (етәксеһе – Р.Р.Фәйзуллин) һәм “Восход-СТ” АП-һы ЯСЙ-енең (етәксеһе – Р.З.Бакиров) Антоновка бүлексәләрендә үтте. Райондың “Гостехнадзор” инспекцияһы начальнигы Сергей Лукин етәкселегендә “Ғафури мәғлүмәт-кон-сультация үҙәге” баш инженеры Вячеслав Малыхтан торған комиссия хужалыҡтарға килеүгә 18 берәмек техника һәм тағылмалар (3-әү) тигеҙ рәт булып әҙерлек һыҙығына ҡуйылғайны. Хужалыҡтарҙың тәүгеһенең етәксеһе Рөстәм Фәйзуллин, баш механик Валерий Сәфәрғәлиев, агроном Руслан Бикбулатов техника менән таныштырып, комиссияға ярҙамлашып йөрөнө.

Родина бүлексәһендә үҙҙәренә ышанып тапшырылған ике “Беларус-82.1”-ҙе (“МТЗ-82”) техник тикшереүгә Илдус Фәйзуллин менән Дамир Рәхмәтуллин (икеһе лә Уҫман ауылынан, Красноусолда йәшәйҙәр, Родина ауылына йөрөп эшләйҙәр) ентекле әҙерләгән. Илгиз Ҡотлозаманов “JCB” күтәргесле техникаһын көйләгән. Ул иһә Игенйылғанан йөрөп эшләй.
Антоновка бүлексәһендә механизаторҙар Игенйылға, Ҡотлоғужа, Антоновка, Рус Саскүле, Табын ауылдарынан йөрөп эшләһә, Мәләүездән (2 механизатор), Күмертауҙан (берәү) килеп эшләүселәргә дөйөм ятаҡтан урын бирелгән. Бүлексәнең элекке офисы дөйөм ятаҡ итеп үҙгәртеп ҡоролған.
Хужалыҡтың тәжрибәле механизаторҙары үҙҙә-
ренең сит илдә етештерелгән техникаһын: “Claas Ares”-ты һәм тағылма “Амкадор” фронталь тейәгесте Мансаф Зәйнетдинов, “Fendt Vario-933”-те һәм уға “ПСКТ-15” тағылмаһын Марсель Рәхмәтуллин (улы Артур ярҙамлашҡан, уның менән сменалап эшләйҙәр, ә энеһе Данис Рәхмәтуллинға заманса яңы техника ҡайтыуын көтәләр), шулай уҡ ябай “МТЗ-82.1” тракторын Дмитрий Михайлов әҙерләп, яҙғы “имтихан”ды “5” билдәһенә бирҙеләр. “Версатайл”-ды Илдар Йәнбәков, “К-700”-ҙө Артём Долин, “Belaros-1822.3”-тәрҙе (“МТЗ-1822”) йәш, булдыҡлы механизатор Илнур Ғәзин менән Күмертауҙан килгән Сәғит Солтангәрәйев, “МТЗ-1221”-ҙе Евгений Яннов, “Туман” һиптергесен Салауат Замилов, Мәләүездән Сергей Капустин “Матрикс Универсал”-ды, Роман Александров “МТЗ-82” тракторын әҙерлек һыҙығына ҡуйған. Трактор тағылмалары ла тейешенсә ремонтланған.
Хужалыҡта ремонт эштәре өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Күп кенә механизаторҙарҙың күрше һәм яҡын-тирә ауылдарҙан килеүен иҫәпкә алып, йылы аш та ойошторолған. Ә ситтән эшкә килеүселәргә өс тапҡыр туҡланыу ҡаралған. Родина ауылында урынлашҡан предприятие ашханаһында Венера Чебурашкина етәкселегендә ашнаҡсылар Зөлхизә Кәлимуллина, Светлана Кожурова, Людмила Теплова механизаторҙарҙы тәмле аштары, ҡамыр ризыҡтары менән һыйлайҙар.
Хужалыҡтың тырыш, үҙ эштәренә яуаплы ҡараған механизаторҙары баҫыуҙа ла һынатмаҫ.
Читайте нас: