Сәсеү әйләнеше:
- Картуфтан һуң кәбеҫтәнең һәр төрө лә һәйбәт үҫә.
- Кәбеҫтәнән һуң томаттар һәм ҡыяр мул уңыш бирәсәк.
- Помидорҙан һуң түтәлгә ҡыяр, ҡабаҡ, таш ҡабаҡ ултыртырға кәрәк.
- Быға тиклем ҡыяр үҫкән түтәлдә баклажан, борос һәм помидор ултыртырға.
- Башлы һуған фасоль, борсаҡ, торманан һуң һәйбәт үҫә.
- Ә бына башлы һуған артынан кишер ултыртҡанда, уның мул уңышына, ауырыуҙарға бирешмәүенә өмөт итергә була.
- Ҡыҙыл сөгөлдөр борос үҫкән ерҙе үҙ итәсәк.
- Редисты һарымһаҡ, кишер, сөгөлдөр рәттәре араһына ултыртыу ике йәшелсә өсөн дә файҙалы булыр
.- Еләк түтәлдәре тирәләй йәшел һуған, борсаҡ ултыртырға кәңәш ителә.
Иң мөһиме - үҫемлектәрҙе 3-4 йыл дауамында кире үҫкән урынына ҡайтармауҙы күҙ уңында тоторға кәрәк.