+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2021, 10:30

Батыр йөрәклеләр байрамы менән!

Хөрмәтле районыбыҙҙың янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!
Янғындар менән көрәш һәр ваҡытта ла батыр йөрәкле һәм ҡыйыуҙар эше булып һанала. Кешеләрҙең ғүмере, һаулығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн тиҙүк ҡарар ҡабул итә белеүегеҙ, һөнәри оҫталығығыҙ, ҡыйыулығығыҙ, хәүефле шарттарҙа берҙәм эшләүегеҙ һеҙгә һәм һеҙҙең һөнәрегеҙгә оло ихтирам тойғоһо уята.
Ғафури районы халҡы үҙ эшенең ысын оҫталары - тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ярҙамға килергә әҙер торған юғары квалификациялы белгестәрҙең ышаныслы һағы аҫтында булыуҙарына ныҡлы ышана.
Янғынға ҡаршы хеҙмәт эшселәренә көндәлек көсөргәнешле хеҙмәттәре, шулай уҡ янғын һағы хеҙмәте башланғысында торған, әле лә йәштәрҙе тәрбиәләп, хеҙмәтен дауам иткән ветерандарға ысын күңелдән рәхмәт әйтәм.
Һеҙгә сәләмәтлек, бәхет һәм ғаилә именлеге, рух ныҡлығы һәм еңел булмаған, әммә маҡтаулы эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: