+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2021, 12:15

Бөйөк Еңеү көнө! Илебеҙҙә оло тантана!

Бөгөн, 9 Май Еңеү көнөндә Красноусолда ла Бөйөк Ватан һуғышының 76 йыллығына арналған байрам сараһы бара. Тантаналы сараға хеҙмәт коллективтары, мәктәптәр уҡыусылары, Еңеү ирекмәндәре, ауыл халҡы район үҙәгенең Геройҙар аллеяһы алдындағы майҙанға йыйылды. Байрам менән райондаштарҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов һәм башҡалар тәбрикләне, байрам барышында Билдәһеҙ һалдатҡа һәйкәл асылды, сәскәләр һалынды.Атлылар төркөмөнөң сығышын, хәрби техника парадын, артистарыбыҙҙың йыр-бейеүҙәре – барыһы ла данлы ла, шанлы ла һуғыш йылдарына арналды, берсә шатлыҡ, берсә һағышлы минуттар бүләк итте.Байрам менән, Бөйөк Еңеү көнө менән райондаштар!

Бөгөн, 9 Май Еңеү көнөндә Красноусолда ла Бөйөк Ватан һуғышының 76 йыллығына арналған байрам сараһы бара. Тантаналы сараға хеҙмәт коллективтары, мәктәптәр уҡыусылары, Еңеү ирекмәндәре, ауыл халҡы район үҙәгенең Геройҙар аллеяһы алдындағы майҙанға йыйылды. Байрам менән райондаштарҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов һәм башҡалар тәбрикләне, байрам барышында Билдәһеҙ һалдатҡа һәйкәл асылды, сәскәләр һалынды.
Атлылар төркөмөнөң сығышын, хәрби техника парадын, артистарыбыҙҙың йыр-бейеүҙәре – барыһы ла данлы ла, шанлы ла һуғыш йылдарына арналды, берсә шатлыҡ, берсә һағышлы минуттар бүләк итте.
Байрам менән, Бөйөк Еңеү көнө менән райондаштар!
Читайте нас: