+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2021, 14:20

Данлы йылдар ауазы

Район үҙәгендә барған тантанала йылдағыса хәрби техника парады үтте. Парадты хәрби кейемдәге водителдәр менән мотоциклдар, пушкалы “УАЗ” машинаһы башланы, райондың барлыҡ ауыл биләмәләренән дә машиналар килгәйне. Алып барыусылар һәр ауыл биләмәһенән күпме кеше һуғышҡа киткәне, күпмеһе Еңеү менән ҡайтҡаны, күпмеһенең яуҙа башын һалғаны тураһында һөйләне. Ауылдарҙан килгән машиналар араһында Брест ҡәлғәһе, Ленинград, Сталинград, Мәскәү һаҡсыларына, Ворошилов атыусыларына, партизандарға, хәрби медиктарға, хәрби элемтәселәргә арналғандары булды.

Техника парады районыбыҙҙың иҫән ветерандары Вилдан Әйүп улы Шәрипов, Рамазан Ғәйнетдин улы Хөснөтдинов, Ниғмәтйән Сәлимйән улы Салауатов, Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡовтың йорттары алдынан, Красноусол ауылы урамдары буйлап үтте.
Читайте нас: