+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2021, 14:00

Еңеүселәргә – дан!

Районда уҙған Еңеү байрамының иң тулҡынландырғыс мәле – ул районыбыҙҙың иҫән яугирҙары Вилдан Әйүп улы Шәрипов, Рамазан Ғәйнетдин улы Хөснөтдинов, Ниғмәтйән Сәлимйән улы Салауатов, Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡовты ҡотлау булды. Уларҙы оло байрам менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, уның урынбаҫарҙары, район Советы рәйесе Фаил һәҙиәт улы Зәйнетдинов, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы һәм башҡалар барҙы. Йорттары алдына балалары, туғандары менән сығып ултырған ветерандарҙы Фәнзил Фәйез улы ихлас ҡотлап, һаулыҡ, именлек, оҙон ғүмер теләне. Байрам көнөндә яугирҙар өсөн был сара бик матур бүләк булды. Уларға бүләктәр, сәскә гөлләмәләре тапшырылды, артистарыбыҙ йыр-моң бүләк итте.

Һуңынан Татар Саскүлендә күптән түгел вафат булған тағы ла бер ветераныбыҙ Низаметдин Бәҙретдин улы Вахитовтың йортона барып балаларына бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ күптәнге традиция буйынса Бурлы ауылында йәшәүсе Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡуповтың атаһын һәм һеңлеһен ҡотлау, Байымбәт ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына һәйкәл асыу буласаҡ.
Читайте нас: