+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2021, 08:15

Еңеүселәргә мәңгелек дан!

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, райондаштар!

Һеҙҙе Еңеүҙең 76 йыллығы менән ихлас ҡотлайым!
Ветерандарыбыҙ фронттағы һәм тылдағы ауыр һынауҙарҙы үтеп Еңеү яуланы, һуғыштан һуңғы йылдарҙа илебеҙҙе тергеҙеүгә, районыбыҙҙы үҫтереүгә күп көс һалды. Бөгөнгө тыныс, аяҙ күк йөҙө бүләк иткән еңеүселәрҙең ҡаһарманлығы, тылда көндө төнгә ялған эшләгән кешеләр, тол ҡатындар, атайһыҙ үҫкән балалар алдында баш эйәбеҙ. Яу яланында башын һалғандар һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа һәләк булғандар тураһында яҡты хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк.
1945 йылдың 9 Майы – һынауҙар алдында юғалып ҡалмаҫлыҡ көс биреп, барыбыҙҙы берләштергән милли ғорурлыҡ символы ул. Райондаштарҙы ошо көнгә хөрмәтебеҙҙе һаҡларға һәм киләһе быуындарға тапшырырға, ҡаһармандар иҫтәлегенә лайыҡлы булырға саҡырам.
Байрам көнөндә ысын күңелдән ил-көнөбөҙгә тыныслыҡ, һәр йортҡа именлек, бәхет теләйем. Еңеү көнө менән!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: