-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2021, 19:05

Һәйкәлдәргә һуҡмаҡ өҙөлмәһен

Бөгөн, 9 май Еңеү көнөндә Бурлы ауыл биләмәһенә ҡараған Байембәт ауылында бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына обелиск асылды. Уның тап ошо көндә асылыуы ауыл халҡы өсөн икеләтә шатлыҡ булды. Тантанала район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова ҡатнашты. Тантаналы митингыны Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Азат Хәйретдинов асты. Байрам гимндар менән башланып китте. Ҡотлауҙарға тиклем ауылдың аҡһаҡалы Тимербай Фәтҡуллин Фатиха сүрәһен уҡыны. Тәүге һүҙ Фәнзил Фәйез улына бирелде. Ул район халҡының еңеүгә индергән өлөшө тураһында әйтеп үтте.

Быйыл райондың федераль гранттар программаһы аша 5 млн һумлыҡ 5 грант алыуы тураһында әйтте. Уларҙың бер нисәһе обелисктар асыуға арналды, тине.
Фаил Һәҙиәт улы Байембәт ауылы халҡын Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлап теләктәр теләне һәм ошо проекттың башлап йөрөүсеһе Байембәт ауылы буйынса депутат Илдар Ғәлинға Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы. Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Азат Кәшәфетдин улы был көндөң байембәттәр өсөн бик иҫтәлекле икәнлеген әйтте. Һуғышта ҡатнашҡан Бурлы ауыл биләмәһе халҡы тураһында мәғлүмәт биреп үтте.
  • Федераль бюджеттан аҡса алыу өсөн ҙур тырышлыҡ талап ителде. Ауыл хакимиәтендә эшләүселәр, Илдар Хәниф улы, Гөлфирә Фәрғәт ҡыҙы Ишкина тырышлығы менән еңеп сыҡтыҡ, - тине.
  • Ошо проектты башҡарып тырышлыҡ күрһәткән кешеләргә, Байембәт ауылы халҡына Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Артабан һүҙ ауылдың иң оло кешеһе Рәйсә Миңлеғариф ҡыҙы Фәтҡуллинаға бирелде. Ул ауыл халҡының егәрле,тырыш булыуы хаҡында һөйләне. Мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балаларҙың күп булыуына һөйөнөсөн белдерҙе. Ауыл халҡын эш менән тәьмин иткән “Урожай” крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Хисаметдиновҡа рәхмәт әйтте. Сығыштарҙан һуң һәйкәлдән япма асылды. Бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Һуңынан обелискка сәскәләр һалынды. Сараны Бурлы ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Эльвира Абдрахманова алып барҙы. Мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән “Әхирәттәр” вокал ансамбле һәм Гөлфирә Ишкина йыр башҡарҙы.
    Ләйсән ХӘЛИЛОВА.
    Бурлы ауылы.
    Читайте нас: