+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2021, 14:05

Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” – Өфөлә!

20-21 майҙа “Торатау” конгресс-холында Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Асыҡ Академияһы үтә. Республикалағы гүзәл заттарҙың ижади һәм социаль үҫеше өсөн берләшмә туплауға йүнәлтелгән хәйриә проекты беренсе тапҡыр ил кимәлендә ойошторола һәм үҙендә Рәсәйҙең билдәле ҡатын-ҡыҙҙарын, белгестәрҙе, спикерҙарҙы йыя. Сарала бай программа ҡаралған: түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, медицина белгестәренең консультациялары һәм экспресс-тестар. Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһының ҡунаҡтары – Ирина Муравьева, Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашып, уңышлы булыу серҙәрен асасаҡ. Программала төбәктең билдәле ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашасаҡ.

20-21 майҙа “Торатау” конгресс-холында Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы үтә. Республикалағы гүзәл заттарҙың ижади һәм социаль үҫеше өсөн берләшмә туплауға йүнәлтелгән хәйриә проекты беренсе тапҡыр ил кимәлендә ойоштрола һәм үҙендә Рәсәйҙең билдәле ҡатын-ҡыҙҙарын, белгестәрҙе, спикерҙарҙы йыя. Сарала бай программа ҡаралған: түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, медицина белгестәренең консультациялары һәм экспресс-тестар.
Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһының ҡунаҡтары – Ирина Муравьева, Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Программала төбәктең билдәле ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашасаҡ.
Программа менән проекттың рәсми сайтында танышырға була. Сарала ҡатнашыу бушлай, теркәлеү мотлаҡ.
Читайте нас: