+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2021, 17:20

Башҡортостанда йәшәүселәргә Владимир Путиндан өҫтәмә аҡсаны нисек юлларға?

Апрель аҙағында дәүләт башлығы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Президент уны, нигеҙҙә, эске проблемаларға һәм мәсьәләләргә: медицинаға, «социалка»ға бағышланы. Элегерәк хәбәр итеүебеҙсә, Президент кешеләргә ярҙам сараларының тулы бер комплексын иғлан итте. Уларҙы нисек юлларға һәм ниндәй белешмәләр йыйырға кәрәк? Түбәндә ошо һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

1) 5000 һумды тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар аласаҡ
Асылы: 2021 йылдың 1 июленән керемдәре йәшәү минимумынан түбән булған тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе 8 йәштән 16 йәшкә ҡәҙәр балалар өҫтәмә түләү аласаҡ. Башҡортостанда уның күләме 5000 һумдан аҙ ғына күберәк буласаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт: Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Костяков белдереүенсә, әлеге түләүҙе юллау өсөн ғаризаны дистанцион рәүештә Дәүләт хеҙмәттәре порталында бирергә мөмкин буласаҡ. Был сервис әҙерләнә генә, әлегә бындай кнопка юҡ!
Федераль министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә аныҡлауҙарынса, түләүҙәрҙе суд тәртибендә икенсе аҙнанан йәки әсәнән алимент түләтеү тураһында ҡарар сығарылған осраҡта бала тәрбиәләгән атай йә иһә әсәй, йәки яңғыҙ бала тәрбиәләүсе атай йәки әсәй (атай йәки әсәй вафат булған, хәбәрһеҙ юғалған йә иһә ул баланың тыуыу тураһында таныҡлығында бөтөнләй күрһәтелмәгән осраҡта) аласаҡ.
2) Бала ҡарауға бәйле «больничный»ҙа булыусыларға хеҙмәт хаҡының 100 проценты түләнәсәк
Асылы: 7 йәшкә ҡәҙәр баланы ҡарау буйынса «больничный», стажына ҡарамаҫтан, ата-әсәнең эш хаҡының 100 проценты күләмендә түләнәсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт: әле ҡағиҙәләр шундай: стажы биш йылдан кәмерәк булһа, кеше уртаса хеҙмәт хаҡының 60 процентын ала, әммә айына 44400 һумдан да күберәк түгел;
стажы биш-һигеҙ йыл булһа – 80 процент, әммә 59200 һумдан да күберәк түгел;
стажы һигеҙ йылдан артһа – 100 процент, әммә 74001 һумдан да күберәк түгел.
Тулы күләмдә түләүгә, ҡағиҙә булараҡ, балалары үҫкән ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡлы, ә йәш әсәләргә ауырға тура килә, сөнки уларҙың тейешле стаждары юҡ. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына законға төҙәтмәләр индерелгән дә инде. Уның ҡабул ителәсәгенә һәм мөмкин ҡәҙәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙ көсөнә инәсәгенә шикләнмәҫкә лә мөмкин. Кешеләргә махсус бер ни ҙә эшләргә кәрәкмәй! Быйылдан «больничный»ҙарҙы иҫәпләгән Социаль страховкалау фонды барыһын да автомат рәүештә эшләйәсәк.
3) Буласаҡ әсәйҙәр өсөн өҫтәмә пособие
Асылы: йөклөлөктөң иртә сроктарында иҫәпкә баҫҡан һәм ауыр матди хәлдә булған ҡатын-ҡыҙҙар өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт: пособие ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында иҫәпкә ҡуйылғандан һуң бала тыуғансы ай һайын түләнәсәк. Ул ғаиләнең йән башына уртаса кереме бер кешегә йәшәү минимумынан аҙыраҡ булған осраҡта биреләсәк. Бер ҡайҙа ла махсус барыу талап ителмәй – пособиены алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре аша Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә генә кәрәк буласаҡ. Пособиеның күләме һәр төбәктә төрлөсә һәм йәшәү минимумына бәйле. Башҡортостанда буласаҡ әсәйҙәр айына 5320,5 һум аласаҡ.
4) Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткән өсөн 20 мең һумға ҡәҙәр аҡса
Асылы: Һеҙ Рәсәй буйлап кәмендә өс көн һәм ике төн сәйәхәт итәһегеҙ. Дәүләт бының өсөн түләгәндән һуң биш көн эсендә сәйәхәт хаҡының 20 процентын кире ҡайтара, әммә бер транзакция өсөн 20000 һумдан да күберәк түгел. Мәҫәлән, сәфәр хаҡы 30000 һум булғанда, һеҙгә 6000 һум кире ҡайтарыласаҡ. Иң отошло вариант – 100000 һумға сәйәхәт һатып алыу, был осраҡта һеҙ максималь түләү аласаҡһығыҙ.
Тулыраҡ мәғлүмәт: «Мир» картаһы менән түләргә кәрәк. Visa, Mastercard йәки туроператор офисында түләнгән ҡулаҡса ярамай. Картағыҙҙың ниндәй банкта рәсмиләштерелеүе бер ниндәй ҙә роль уйнамай. Картаны алдан privetmir.ru/register/ сайтында теркәргә кәрәк. Был бушлай һәм өс минут тирәһе ваҡытты ала. Партнерҙар сайттарында һайларға һәм һатып алырға кәрәк. Ҡатнашыусылар исемлеге менән мирпутешествий.рф сайтында йәки sale.russia.travelda танышырға мөмкин.
5) Юллама хаҡының 50 процентын
дәүләт кире ҡайтарасаҡ
Асылы: дәүләт балалар лагерына юллама хаҡының 50 процентын кире ҡайтарасаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт: «Ростуризм»да белдереүҙәренсә, программаны эш­кә ҡу­шыу май­ҙың егер­меләрендә планлаштырылған. Шул көндән ата-әсәләр балалар лагерҙарына юлламалар һатып ала, улар өсөн «Мир» картаһы менән түләй ала һәм турислыҡ кэшбэгы аналогы буйынса биш көн дауамында уларға хаҡтың 50 проценты кире ҡайтарыласаҡ. Программа, балаларға йәйге һәм көҙгө каникулдарҙа ял итеү мөмкинлеге булһын өсөн, йыл аҙағына тиклем эшләйәсәк. Мөһим яңылыҡ – программа быға ҡәҙәр һатып алынған балалар юлламаларына ҡағылмай. Программаның барлыҡ партнерҙары исемлеге уны эшләтеп ебәреү ваҡытына мирпутешествий.рф сайтында урынлаштырыласаҡ.
6) Мәктәп йәшендәге балалар
10 мең һум аласаҡ
Асылы: 2021 йылдың авгусында мәктәп йәшендәге балалар тәрбиәләнгән ғаиләләр 10 мең һум аласаҡ. Был быйыл мәктәпкә барасаҡ беренсе класс уҡыусыларына ла ҡағыла.
Тулыраҡ мәғлүмәт: был ярҙам сараһы байтаҡ кешегә ҡағыла һәм балалы ғаиләләрҙең күпселеге аласаҡ, әммә мәҡәлә әҙерләнгән ваҡытта тармаҡ ведомстволарынан бының нисек буласағы тураһында аңлатмалар әлегә юҡ ине. Нисәнсе йылда тыуған балалар ярҙамға иҫәп тота ала, мәктәптән китеп, колледжға барыусылар, йә иһә инде унда уҡыусылар, икенсе йылға ултырып ҡалыусылар менән хәл нисек тора? Программа әлегә эшләнә, ваҡыт бар, сөнки аҡсаны август айында түләргә вәғәҙә иттеләр. Мәскәүҙә барлыҡ документтарға ҡул ҡуйылғас та, беҙ программаның деталдәре һәм нескәлектәре тураһында эҙмә-эҙлекле еткерәсәкбеҙ. Мәҡәләләрҙе уҡып барығыҙ.
Читайте нас: