"Кисәнән алда ғына Еңеү көнөн ҡаршыланыҡ. Ул – барыбыҙ өсөн дә изге байрам. Бар халыҡтарҙы ла ихлас ҡотлайым, – тине Радий Хәбиров. – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ошонда, Донбаста, Дебальцево ҡалаһы эргәһендә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фашистарға ҡаршы һуғышҡан. Уның 78 яугиры Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Былтыр Владимир Владимирович Путиндың указы менән легендар яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы тигән юғары исем бирелде. Генералдың һуңғы алышы Луганщинала була. Шайморатовтың һәм уның ҡаһарман яугирҙарының һуңғы төйәге тап шунда. Иртәгә бар Рәсәй халҡы исеменән уларҙың яҡты иҫтәлеге алдында ихтирам менән баш эйәсәкбеҙ. Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм уңыштар теләйем!"