+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2021, 16:40

Беҙҙе берләштерҙе изге байрам

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә булды. Бында, республиканың башҡа барлыҡ мәсеттәрендә кеүек үк изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа ғәйете уңайынан байрам вәғәзе үтә. Уны Юғары мөфтөй, Рәсәй Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин үткәрҙе.Республика етәксеһе мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, дөйөм намаҙҙа ҡатнашты һәм инаныусылар менән аралашты.“Хөрмәтле Юғары мөфтөй Тәлғәт-хәҙрәт Тажетдин! Хөрмәтле дуҫтар, туғандар! Һеҙҙе изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!” – тип мөрәжәғәт итте ул йыйылған халыҡҡа.– Әле мин иғтибар менән беҙҙең Юғары Мөфтөй вәғәзен тыңланым. Күп милләтле һәм күп конфессиялы республика Башлығы булараҡ, Ураҙа байрамы, Ҡорбан байрамы һәм башҡа дини байрамдарҙың беҙҙең рухи һәм мәҙәни тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө икәнлеген яҡшы аңлайым. Быны һаҡларға тейешбеҙ.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә булды. Бында, республиканың башҡа барлыҡ мәсеттәрендә кеүек үк изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа ғәйете уңайынан байрам вәғәзе үтә. Уны Юғары мөфтөй, Рәсәй Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин үткәрҙе.
Республика етәксеһе мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, дөйөм намаҙҙа ҡатнашты һәм инаныусылар менән аралашты.
“Хөрмәтле Юғары мөфтөй Тәлғәт-хәҙрәт Тажетдин! Хөрмәтле дуҫтар, туғандар! Һеҙҙе изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!” – тип мөрәжәғәт итте ул йыйылған халыҡҡа.
– Әле мин иғтибар менән беҙҙең Юғары Мөфтөй вәғәзен тыңланым. Күп милләтле һәм күп конфессиялы республика Башлығы булараҡ, Ураҙа байрамы, Ҡорбан байрамы һәм башҡа дини байрамдарҙың беҙҙең рухи һәм мәҙәни тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө икәнлеген яҡшы аңлайым. Быны һаҡларға тейешбеҙ.
Беҙ йылдар дауамында бергә дуҫлыҡта һәм теләктәшлектә йәшәйбеҙ, – тине ул. – Ошо изге айҙа башҡарған изге эштәрегеҙ, изге уйҙарығыҙ, мохтаждарға ярҙам иткәнегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәтлемен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, ғаилә именлеге теләйем. Байрам менән! Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: