Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Уға ярашлы, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп республика территорияһына һәм унан ситкә ял һәм сәләмәтләндереү маҡсатында балаларҙың инеүен йәки сығыуына рөхәт бирелде. Балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә ата-әсәләрҙән тыш башҡаларҙың кереүен сикләү буйынса талаптар үтәлергә тейеш. Был учрежденеларға ата-әсәләр паспорт, баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы, вакцинация үтеү тураһында сертификат йәки антиесемдәр булыуы йә булмаһа вакцинация эшләтергә ярамағанлығы тураһындағы белешмә менән генә индерелә.