Урындағы музейҙа легендар комдивҡа һәм республика менән һуғыштан һуңғы йылдарҙағы хеҙмәттәшлеккә арналған бик күп материалдар һаҡлана. Былтыр Башҡортостан ярҙамы менән 22-се мәктәптә компьютер һәм кадет кластары асылған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Петровское ҡалаһының ситендә ҡуйылған совет хәрбиҙәре һәйкәленә сәскә һалды. Тап ошонда дөйөм ҡәберлектә Миңлеғәле Шайморатов ерләнгән.
– Беҙҙең ата-бабаларҙың хәтерен һаҡсыл рәүештә һаҡлағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Бында, Петровскоела генерал Шайморатов һәм уның дивизияһы атлыларының рухы тыныслыҡ тапҡан. Беҙ оҙайлы ваҡыт уларҙың хеҙмәте лайыҡлы баһаланһын өсөн тырыштыҡ һәм былтыр ил Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирҙе, – тине Радий Хәбиров. – Луганск Халыҡ Республикаһы халҡы үҙенең еңел булмаған барлыҡҡа килеү осоронда ныҡлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтте. Башҡортостан һеҙгә тыныс үҫеш килһен өсөн һәр ваҡыт дуҫлыҡ ҡулын һуҙырға, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәргә әҙер.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.