+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2021, 14:55

Бөтә Рәсәй һалым диктанты

17 майҙан Рәсәйҙә «Бөтә Рәсәй һалым диктанты» тигән киң күләмле акция башлана. Ул 30 майға тиклем бара.

Унда ҡатнашыусы һәр кем һалымдар һәм һалым һалыу өлкәһендәге үҙ белемдәрен баһалай һәм үҫтерә аласаҡ.
Сарала өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡатнаша ала. Диктант 60 минутлыҡ онлайн-тест биреү рәүешендә ойошторола. Уны үтеп сыҡҡан һәр ҡатнашыусы электрон сертификат ала.
Ҡатнашыу өсөн www.diktant.nalog.ru сайтында теркәлергә һәм аҙаҡ унда инеү өсөн пароль алырға кәрәк, пароль һеҙ күрһәткән электрон почтаға килә.
Диктанттың сәхифәһенә инеү, теркәлеү һәм тест үтеү өсөн ике ысул бар:
- диктанттың сайтына: www.diktant.nalog.ru инеү;
- плакаттарҙағы QR-код аша.
Бөтә теләүселәрҙе диктантта ҡатнашыусы итеп күреүгә шат буласаҡбыҙ!
Читайте нас: