Бындай сикләү дөйөм туҡланыу предприятиеларына ҡағылмай. Талапты боҙған өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы кешеләргә – 20-40 мең һум, юридик шәхестәргә – продукцияны конфис-кациялау менән бергә йәки унһыҙ 100-300 мең һум.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы йыл каникулдарында, Йәштәр көнөндә, Белем байрамында һәм һабантуйҙар уҙғарылған көндәрҙә лә Башҡортостанда иҫерткес эсемлектәр һатыу сикләнә.