+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2021, 10:25

Искәндәр Сөләймәнов - "Яңы моң" еңеүсеһе!

Башҡортостан юлдаш каналында барған “Яңы моң” халыҡ-ара конкурстың еңеүсеһе билдәле булды.Ул – Өфөнән Искәндәр Сөләймәнов. Ул смс-тауыш биреүҙә ҡатнашҡан биш кеше араһында 35 процент тауышты йыйҙы.Был проект авторы – башҡорт эстрадаһы “йондоҙ”о, республика Башлығының мәҙәниәт үҫеше һәм йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин (Элвин Грэй).“Яңы моң” проекты Граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фондынан 30 миллион һум күләмендәге Республика Башлығы грантын алғайны.

Башҡортостан юлдаш каналында барған “Яңы моң” халыҡ-ара конкурстың еңеүсеһе билдәле булды.
Ул – Өфөнән Искәндәр Сөләймәнов. Ул смс-тауыш биреүҙә ҡатнашҡан биш кеше араһында 35 процент тауышты йыйҙы.
Был проект авторы – башҡорт эстрадаһы “йондоҙ”о, республика Башлығының мәҙәниәт үҫеше һәм йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин (Элвин Грэй).
“Яңы моң” проекты Граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фондынан 30 миллион һум күләмендәге Республика Башлығы грантын алғайны.
Башта ете илдән 5 мең тирәһе ғариза бирелде. Онлайн тыңлауҙан һуң 55 башҡарыусы жюри алдында сығыш яһаны.
Жюри составында Рәсәйҙәге билдәле продюсер Лина Арифуллина, Радик Юлъяҡшин һәм билдәле йырсы Гөлназ Асаева бар ине.
“Радик Юлъяҡшин менән “Яңы моң” проектын башлағанда, дөрөҫөн әйткәндә, минең уның уңышына аҙаҡҡа тиклем ышанмағайным, - тип яҙғайны республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Әммә проекттың килеп сыҡҡанын күрҙем һәм был проект Мәскәү, Башҡортостан, Татарстан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан йәштәренә үҙен күрһәтеү мөмкинлеген бирҙе”.
Читайте нас: