+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2021, 16:30

Конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә башланы

17 майҙан, Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан республика Башлығы грантына конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итә башланы. Республика биләмәһендә эшмәкәрлек алып барып, граждандар йәмғиәте институттары үҫешендә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (НКО-лар) түбәндәге туғыҙ төрлө йүнәлеш буйынса ғариза тапшыра ала:

- социаль тәьминәт, граждандарҙың айырым категорияларын социаль яҡлау;
- ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау;
- йәштәр сәйәсәте;
- граждандарҙың хоҡуғын яҡлау, граждандар йәмғиәте институттарына булышлыҡ итеү;
- һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт тормошто, физик тәрбиәне һәм спортты пропагандалау;
- фән, мәғариф һәм мәғрифәт;
- тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу, хайуандарҙы яҡлау;
- милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү;
- мәҙәниәт, сәнғәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау.
Конкурстың дөйөм бюджеты 164 850 668 һум тәшкил итә. Уға ғаризаларҙы grant.bashkortostan.ru электрон почтаһына ебәрергә: кәрәк. Ғаризалар 2021 йылдың 15 июненә тиклем ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашыусыларға ҡуйылған талаптар, грантты биреү шарттары һәм тәртибе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән grant.bashkortostan.ru сайтының “Конкурстар” ҡушымтаһында, “Документтар” бүлегендә танышырға мөмкин.
11 майҙан 20 майға тиклем грант алыуға конкурста ҡатнашырға теләгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн Фонд тарафынан “Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына – ете аҙым” тип аталған онлайн марафон ойошторола. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт - Фондтың социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-903-311-69-37 (проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм булышлыҡ итеү бүлеге), 8-967-453-92-72 (финанс-ойоштороу бүлеге).
Читайте нас: