Башҡортостан халҡын хәүефле ҡояш тураһында иҫкәртәләр.
Алдағы көндәрҙә республика биләмәһендә, бигерәк тә көньяҡ райондарҙа, ультрафиолет нурланыштың юғары индексы көтөлә.
Гидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, был күрһәткес 6-7-гә етһә ҡояшта йөрөү - хәүефле. Көндөҙ ҡояшта булырға тырышмағыҙ, оҙон еңле кейем, башығыҙға эшләпә кейегеҙ.