+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2021, 14:10

Ата-әсәләргә сығарылыш кисәләренә барырға була!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек” режимына үҙгәрештәр индерҙе. Төбәк етәксеһе “Берҙәм Рәсәй” партияһының тәҡдимен хуплап, ата-әсәләргә балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә уҙасаҡ сығарылыш кисәләрендә ҡатнашырға рөхсәт бирҙе. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер талаптар үҙ көсөндә ҡала.

Мәҫәлән, ата-әсә сара асыҡ һауала үткән сарала була ала, бина эсенә иһә вакцина эшләтеү сертификаты, йәки антиесемдәр барлығы тураһында белешмә, прививка эшләтергә ярамағанлығын раҫлаусы документтың берәүһе булғанда инергә мөмкин.
Ойошма етәксеһе ҡарары менән бинала уҙған иртәлектәргә, һуңғы ҡыңғырау байрамдарына тейешле белешмәләрһеҙ ата-әсәләр санитар-эпидемиологик талаптарҙы – термометрия, битлек, социаль арауыҡ, дезинфекция, һауаны зарарһыҙландырыу һ.б. ҡәтғи үтәгән осраҡта керетелә.
Читайте нас: