+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2021, 09:35

Туғандар ҡәберлеген – кадастр иҫәбенә

Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр Идаралығы мәғлүмәттәре буйынса республика биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле бөтәһе 20-ләп мәҙәниәт объекты иҫәпләнә. Бындай объекттарҙы дәүләт кадастр иҫәбе алып барыу һәм уларға хоҡуҡты дәүләт теркәүе уларҙың мәҙәни ҡомартҡы булараҡ һаҡланғанлығын, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы тарихи хәтерҙе һаҡлауҙы тәьмин итәсәк.

Росреестр һәм муниципалитеттар һуғыш йылдарында һәләк булған яугирҙар һәйкәлдәрен кадастр иҫәбенә ҡуйыу эшен алып бара.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр Идаралығы мәғлүмәттәре буйынса республика биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле бөтәһе 20-ләп мәҙәниәт объекты иҫәпләнә.
Улар башлыса 1941-45 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәләк булған Совет Армияһы яугирҙарының туғандар ҡәберлеге, шулай уҡ һәйкәлдәр ҙә (мемориалдар, обелискылар, бюстар) бар. Был объекттар, уларҙың сиктәре һәм биләгән урындары тураһындағы мәғлүмәттәр күсмәй торған милектең берҙәм дәүләт реестрына индерелергә тейеш.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүсең 75 йыллығын билдәләү сиктәрендә 2020 йылда Идаралыҡ тарафынан яугирҙарҙың һәйкәлдәре һәм һуғыш осоронда һәләк булған Совет Армияһы яугирҙары ерләнгән урындар ҡарап сығылды. Һәм 5 объекттың дәүләт кадастр иҫәбенә алынмауы асыҡланды. Шуларҙан 2 объект Өфөлә: Сергиев зыяратындағы туғандар ҡбәрелеге; Еңеү паркындағы “Мәңгелек ут” мемориалы һәм Советтар Союзы Геройҙары А.Матросов менән М.Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәре.
Стәрлетамаҡта 2 объект: Совет армияһы яугирҙарының туғандар ҡәберлеге һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы эвакогоспиталдәрендә яраларҙан үлгән яугирҙарҙың туғандар ҡәберлегендәге һәйкәл –обелиск. Тағы бер объект Ишембайҙа: ауыр яраларҙан үлгән яугирҙарҙың (123 кеше) туғандар ҡәберлеге.
Ҡарап сығыу һөҙөмтәләре буйынса БР Росреестры тарафынан муниципаль берәмектәргә хаттар ебәрелде, улар был объекттарҙы дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм уларға хоҡуҡты дәүләт теркәүе өсөн хоҡуҡтарҙы теркәү органына үҙаллы мөрәжәғәт итергә тейеш. Был объекттар аҫтындағы ерҙәр кадастр иҫәбендә булмай сыҡһа, уларҙың сиктәрен билдәләп, ЕГРН-ға индерергә тейештәр.
Бындай объекттарҙы дәүләт кадастр иҫәбе алып барыу һәм уларға хоҡуҡты дәүләт теркәүе уларҙың мәҙәни ҡомартҡы булараҡ һаҡланғанлығын, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы тарихи хәтерҙе һаҡлауҙы тәьмин итәсәк.
Читайте нас: