+4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2021, 14:50

Өфөлә “ЗаБег.РФ” ярым марафоны була

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 30 майҙа Өфөлә “ЗаБег.РФ” ярым марафоны була. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты нигеҙендә уҙғарыла.

Ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, бөтә ил буйынса 150 мең кеше бер үк ваҡытта йүгереү өсөн стартҡа баҫа. Улар 21,1 километр, 10 һәм биш километр арауыҡты үтә. Балалар өсөн ойоштороусылар бер километрлыҡ трасса әҙерләй. Кескәйҙәр ата-әсәһе менән бергә йүгерә ала.
Сарала ҡатнашҡандарға стартта Өфө ҡалаһының символы төшөрөлгән футболка, ә финишта үҙенсәлекле миҙал тапшырыла.
– Йүгереү Өфө халыҡ-ара марафоны һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығына арналған еңел атлетика эстафетаһы менән бер рәттән баш ҡала халҡы өсөн иҫтәлекле сараларҙың береһенә әүерелде, – тине Өфө хакимиәтенең Физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Егор Сорокин.
“ЗаБег.РФ” ярым марафоны 2017 йылдан уҙғарыла. Тәүге йылда унда Рәсәйҙең 10, икенсе йылында 15 ҡалаһы ҡатнашҡайны. Быйыл марафон 85 ҡалала үтә.
Читайте нас: