Конкурста әлегә Ғафури районы уңышҡа өлгәшкәне юҡ. Имәндәш ауыл биләмәһенең проекты һайлап алыу этабын үтә алманы. Конкурста ҡатнашыусы күрше муниципалитеттар тәжрибәһенән күренеүенсә, еңеү һөҙөмтәһендә алынған аҡсалар төҙөкләндереү буйынса бик күп мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтеләсәк. Аҡсалата премияларҙың дөйөм күләме – 1 млрд һум. Ҡала һәм муниципаль округтар иң яҡшы тәжрибә өсөн 3 млн-дан 20 млн һумға тиклем премия аласаҡтар. Еңеүселәргә шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте дипломдары тапшырыласаҡ.