+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2021, 14:25

Гүзәллек бәйгеһе еңеүсеһе

Республикабыҙҙа башҡорт һәм рус телендә ойошторолған“Башҡортостан гүзәле – 2021” конкурсы халыҡ йолаларын, ғаилә ҡиммәттәрен күҙ уңында тотоп үткәрелә килә. Бәйге Башҡортостанда йәшәгән ҡыҙҙар өсөн генә үткәрелмәй, унда тамырҙары республикабыҙ менән бәйле, башҡа төбәктә тыуған йәки күсеп киткән һылыуҙар ҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Ҡыҙҙар 5 йәштән 12 йәшкә, 13 йәштән 18 йәшкә һәм 19-ҙан 35 йәшкә тиклемге йәш төркөмө буйынса ярыша. Сығышы менән Сәйетбаба ауылынан булған Айгөл Үтәгәнова конкурстың директоры булып тора.

Яҡташыбыҙ, әле Өфө аграр университетының 3-сө курсында уҡып йөрөүсе Гөлнара Юлбарисова ошо мәртәбәле конкурста ҡатнашып, еңеп сыҡты һәм 100 мең һумлыҡ серификатҡа эйә булды.
Иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала тыуып үҫкән ҡыҙ, бар яҡтан да уңған. Ата-әсәһе лә тәүге ҡыҙҙарын гөл-сәскәгә оҡшатып, исемде Гөлнара тип ҡушҡан. Мәктәптә лә тырышып уҡый, бәләкәйҙән бейеү сәнғәтенә ғашиҡ булып үҫә. Сәхнәләрҙә сығыш яһап, күңелен илһам нуры менән байыта.
- Гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашыу – бәлкәйҙән килгән хыялым. Шулай уҡ йырларға ла яратам, тасуири итеп шиғыр ҙа һөйләйем. Спортты ла ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышам, еңел атлетиканы үҙ итәм, - ти Гөлнара Илгиз ҡыҙы.
Ундай ҡыҙҙар хаҡында: “Ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ”, - тиҙәр. Гөлнараны еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын, уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: