+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2021, 11:05

Һабантуйҙар үтәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.Документтың яңы редакцияһына ярашлы, санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәп, махсус һыу инеү урындары эшләй башлай.Уларҙа битлек кейеү мотлаҡ түгел.Халыҡ байрамы – "Һабантуй" республика райондарында алдан билдәләнгән график буйынса үтә.

Ойоштороусылар тораҡ пункттарҙағы асыҡ урындарҙы дезинфекциялау сараларын һәм Роспотребнадзорҙың башҡа талаптарын үтәргә тейеш.
Һабантуй үтәсәк урынды халыҡ социаль арауыҡ һаҡларлыҡ итеп һайларға кәрәк. Ойоштроусылар бар ҡатнашыусыларҙың да битлектә булыуын, термометрия (мөмкинлеккә ҡарап) һәм дезинфекция үтеүен, ҡулдарҙы гигиеник эшкәртеү өсөн шарттар булдырыуҙы контролдә тоторға тейеш.
Беҙҙең районда Һабантуй 12 июндә уҙасаҡ.
Читайте нас: