социаль хеҙмәтләндереү, граждандарҙың айырым категорияларына социаль ярҙам күрһәтеү, ғаилә, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау, граждандар хоҡуғын яҡлау, гражданлыҡ йәмғиәте институттарына ярҙам, һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культура һәм спортты пропагандалау, фән, белем биреү һәм мәғариф, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, уңайлы мөхит булдырыу, йәнлектәрҙе яҡлау, милләт-ара һәм дин-ара килешеп йәшәү шарттарын нығытыу, мәҙәниәт, сәнғәт, тарихты һаҡлау. Гранттар биреү тәртибе үҙгәрҙе. Беренсенән, конкурста тик социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ғына ҡатнаша ала. Ғариза биргән ваҡытҡа уларҙың һалым, федераль һәм төбәк бюджетына алдан алынған гранттар һәм субсидиялар буйынса бурыстары булмаҫҡа, ликвидация һәм реорганизация хәлендә булмаҫҡа тейештәр.
Тағы ла бер үҙгәреш – ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты 20-нән 30 көнгә тиклем оҙайтылды. Ғариза биреү ябайлаштырылды. Хәҙер ғариза биреүсегә ғаризаға ҡушып Уставтың ғәмәлдәге редакцияһын һәм шәхси мәғлүмәтте ҡулланыуға рөхсәт биреү генә кәрәк.
Конкурсҡа ғаризалар электрон рәүештә
grant.bashkortostan.ru. сайтында 2021 йылдың 15 июненә тиклем ҡабул ителә.
Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо сайттың “Конкурстар” ҡушымтаһында “Документтар” бүлегендә табырға була.